Йыйылыш үтте

23 ноябрь көнө Ғәлиәкбәр ауыл мәҙәниәт йортонда урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыу программаһы сиктәрендә ауыл халҡы йыйылышы үтте. Йыйылышта район хакимиәтенән әйҙәүсе белгес Хәйбуллина З.Ә. ҡатнашты. Йыйылыш йәнле генә барҙы. Программаның тәртибе тураһында  Зөhрә Әмир ҡыҙы ентекле аңлатты.  Ауыл хакимиәте башлығы Руслан Әхтәмов ауылда Урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса башҡарылған эштәрҙе һанап үтте. Халыҡ артабан да унда ҡатнашырға, файҙаһын күрергә ҡарар итте. Мәктәпкә ремонт эшләп, тәҙрәләрен алыштырыу проблемаһы күтәрелде. Был хаҡта ентеклерәк итеп мәктәп етәксеһе Сания Ишмөхәмәтова ла әйтеп үтте. Халыҡты борсоған башҡа тәҡдимдәр ҙә еткерелде йыйылышта. Шулай ҙа, халыҡ дәррәү тауыш менән ауыл мәктәбенең иҫке тәҙрәләрен пластик тәҙрәләргә алыштырыу тигән уртаҡ ҡарарға килде. Дөйөм тауыш менән һәр йорттан 500-әр һум аҡса йыйырға булдылар.      Шулай уҡ инициатив төркөм һайланды. Уларға документтар пакетын әҙерләү, конкурста еңеп сыҡҡан осраҡта аҡса йыйыу менән шөғөлләнеү бурысы тора.

Запись опубликована в рубрике Без рубрики. Добавьте в закладки постоянную ссылку.

Добавить комментарий

Ваш адрес email не будет опубликован. Обязательные поля помечены *