ППМИ-2023 старт алды!
Үткән йылда Ғәлиәкбәр ауылы клубында йыйылыш барышында ауыл халҡы, урындағы башланғыстарҙы хуплау (ППМИ) программаһында ҡатнашыу теләген белдерҙе һәм урамдарҙы яҡтыртыу проекты менән еңеп сыҡты. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы 2014 йылдан эшләп килә. Программа сиктәрендә халыҡ төрлө проблемаларҙы күтәреп, урындағы хакимиәт, ауыл халҡы, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә хеҙмәттәшлек итеп республика хөкүмәтенән ярҙам ала. Киләһе йылда ла, Ғәлиәкбәр ауыл биләмәһе урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашырға иҫәп тота.
ППМИ 2023 старт алды. Был программа буйынса ауылдарҙа төрлө социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе һәм инфраструктура проблемаларын хәл итергә була! ППМИ-ның яңы этабында ҡатнашайыҡ, яҡташтар!